10 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 13:03

Туймазы районы ауылдарында моделле китапханалар асыла

автор: Айҙар Камалетдинов

Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында районда дүртенсе булған моделле китапхана асылды. Бынан алда китапхана мөдире Гүзәл Хәкимова «Ҡарамалы-Ғөбәй китапханаһы – урындағы берләшмәнең заманса социомәҙәни үҙәге» проекты өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булған. Грант средстволарын Гүзәл Хәкимова тулыһынса китапханаһын яңыртыуға йүнәлткән. Атап әйткәндә, компьютерҙар, музыкаль үҙәк һатып алынған, интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге булдырылған. Район хакимиәте китапхананы заманса мебель менән йыһазландырыуҙа ярҙам күрһәткән.

Моделле китапхананы асыу тантанаһында район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре, ветерандар советы вәкилдәре, депутаттар, эшҡыуарҙар, урындағы яҙыусылар һәм шағирҙар, мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Китапхананы яңыртыуға ҙур өлөш индергән кешеләргә — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары, ә китапхананың үҙенә учреждениеның моделле стандарт талаптарына тап килеү сертификаты тапшырылды.

Әлеге сара айҡанлы ауыл мәҙәниәт йортонда «Башҡорт йорто» крайҙы өйрәнеү мөйөшө, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм урындағы үҙешмәкәр рәссам Фән Ғәниевтың күргәҙмә-галереяһы ойошторолдо, тип хәбәр итте муниципаль райондың биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Әлфиә Шәйҙуллина.