4 декабрь, Йәкшәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 12:45

Күгәрсен районында район суды бинаһы реставрацияланған

автор: Ольга Мортазина

Мораҡ ауылында реконструкциянан һуң Күгәрсен район суды бинаһы асылды. Тантаналы сарала БР Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко хеҙмәттәштәрен ҡотлап, уларға уңышлы эшләүҙәрен теләне:

— Хәҙер Күгәрсен суды бинаһы район үҙәгенең биҙәге булыуҙан тыш, Рәсәйҙең суд системаһын билдәләүсе йортҡа ла әүереләсәк. Уңайлы шарттар булдырыу граждандар хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һөҙөмтәлерәк яҡлауға булышлыҡ итә.

Төҙөүселәр үҙенең эшен ике айҙан да кәмерәк ваҡытта башҡарып сыҡҡан. Объектты реконструкциялауға федераль бюджет 12 миллион һум самаһы аҡса бүлгән. Хәҙер бина тейешле талаптарға яуап бирә, бында судьялар һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

— Күгәрсен район судының яңыртылған бинаһына газ, коммуникациялар үткәрелгән, үҙенең ҡаҙанлығы бар. Судьялар һәм хеҙмәткәрҙәр кабинеттары компьютерҙар һәм кәрәкле мебель менән йыһазландырылған. Судта психологик көсөргәнешлектән арыныу бүлмәһе лә бар. Килеүселәр өсөн ҡабул итеү бүлмәһе ойошторолған, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушина.

темалар: ремонт