10 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 12:34

Кушнаренко районының 700-ҙән ашыу йәш кешеһе тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ

автор: Людмила Терновая

Был көндәрҙә Кушнаренко районында һайлаусылар исемлеген аныҡлау буйынса эштәр дауам итә. Участка һайлау комиссиялары вәкилдәре фатирҙар буйынса йөрөп, һайлауға саҡырыу тарата.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Кушнаренко районының 23 меңдән ашыу кешеһе алдағы Дума һайлауҙарына һайлаусылар исемлегенә ингән. «Башинформ» агентлығына Кушнаренко районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Риф Мәрүәновтың хәбәр итеүенсә, һайлаусылар иҫәбе районда бынан алдағы Думаға һайлауҙар менән сағыштырғанда өс процентҡа артҡан. Шул уҡ мәлдә участка һайлау комиссиялары иҫәбе 48-ҙән 46-ға тиклем кәмегән. Быға ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа халыҡ кәмеүе сәбәпсе. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе билдәләүенсә, участка һайлау комиссияларын формалаштырыуҙа биш сәйәси фирҡә — «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй» һәм «Яблоко» ҡатнашҡан.

Кушнаренко районының 700-ҙән ашыу йәш егет һәм ҡыҙҙары һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашасаҡ. Улар өсөн һайлау участкаларында ҡотлау бланктары һәм сувенирҙар әҙерләнә.

темалар: һайлау