Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика вәкилдәре Силәбелә Тыл хеҙмәтсәндәре форумында ҡатнаша

Сәйәсәт

Бөгөн Силәбенең М.Глинка исемендәге опера һәм балет театрында Силәбе ветерандары советы башланғысы менән Тыл хеҙмәтсәндәре форумы үтә. Унда 800-ләгән кеше ҡатнаша, улар араһында Башҡортостандың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Марат Муллағәлләмов, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов та бар.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбировтың хәбәр итеүенсә, Тыл хеҙмәтсәндәре форумын үткәреү тәҡдиме менән өлкәләге ветерандар советы рәйесе Анатолий Сурков сығыш яһаған. Уның тәҡдимен Силәбе өлкәһенең башҡарма һәм закондар сығарыу власы вәкилдәренән тыш, Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Евгений Куйвашев та хуплаған.

Форум делегаттары тыл хеҙмәтсәндәре льготаларын һуғыш ветерандары льготалары менән тигеҙләү, Силәбегә Хеҙмәт даны ҡалаһы статусын биреү кеүек ике төп мәсьәләне тикшерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть