5 декабрь, Дүшәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 11:24

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең балалар лагерҙары иң яҡшылары тип табылған

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының ҡала яны балалар һауыҡтырыу-тәрбиә ойошмаларының смотр-конкурсында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Николай Гастелло исемендәге лагеры «Профсоюз ойошмалары лагерҙары» төркөмөндә Гран-при яуланы.

Ул Павловка һыуһаҡлағысында урынлашҡан һәм йәй һайын 400-ләгән баланы ҡабул итә. Бында мәктәп уҡыусыларын спорт буйынса тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә, тип хәбәр итә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең корпоратив коммуникациялар идаралығы.  

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Речные зори» лагеры «Санаторий-профилакторийҙар» төркөмөндә икенсе урын алған. Унда быйыл йәй 600-ҙән ашыу бала ял иткән. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә шөғөлләнеүҙән тыш, балалар дауалау процедуралары ла үткән: массажға, ингаляцияға йөрөгән, тоҙло ванналар ҡабул иткән.

Иң яҡшылар исеменә республиканың йәмғеһе 27 лагеры көрәшкән. Был учреждениелар матди базаһына, мәҙәни-тәрбиәүи сараларына, ниндәй түңәрәктәр эшләүе, китапханаларҙың булыу-булмауы, спорт тормошо, туҡланыу, медицина тәьминәтенә ҡарап баһаланған.