3 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 11:06

Өфөлә «Мисс Йәш Гвардия» һайланды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Полина Вишневская

Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе «Мисс Йәш Гвардия 2011» матурлыҡ конкурсы финалы үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

Был юлы сарала 12 ҡыҙ ҡатнашты. Һәр береһе үҙенең һөйкөмлөлөгө һәм матурлығынан тыш, финалға әҙерлек барышында эйә булған дефиле һәм бейеү оҫталыҡтарын күрһәтте.

Конкурс жюрийы составына Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһы, проект бағыусылары вәкилдәре һәм «Мисс Йәш Гвардия-2010» конкурсында еңеүсе Ирина Хәйҙәрова инде.

Һөҙөмтәлә Аида Нәсифуллина еңеүсе булды, ул туристик путевка менән бүләкләнде. Шулай уҡ интернет аша тауыш биреү һөҙөмтәләре билдәләнде. Бында «Мисс Онлайн» номинацияһында Әлиә Хәйҙәрова еңеү яуланы.

Башҡортостанда «Мисс Йәш Гвардия» конкурсы «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәһе башланғысы менән икенсе тапҡыр үткәрелә.