5 декабрь, Дүшәмбе

15 ноябрь 2011 йыл, 10:31

Республика архитекторҙары студенттарҙың дөйөм ятаҡтарын проектлауға саҡырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Федераль Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды һәм «Рәсәй Архитекторҙар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы студенттар өсөн дөйөм ятаҡтың иң яҡшы архитектура проектына конкурс иғлан итә. Ул бер нисә номинацияла үткәрелә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Документтар һәм мәғлүмәт конкурс комиссияһына ағымдағы йылдың 25 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Бәйгелә еңеүсе 500 мең һум күләмендә премия аласаҡ. Номинацияла беренсе булыусыларға 300 мең һум күләмендә премиялар тапшырыласаҡ. Конкурста ҡатнашыу өсөн теркәү взносы ҡаралмай. Бәйге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән www.fondrgs.ru һәм www.uar.ru сайттарында танышырға була.