8 декабрь, Кесе йома

15 ноябрь 2011 йыл, 9:57

Башҡортостандың ике мәктәбенә республиканың арҙаҡлы шәхестәренең исемдәре бирелде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ике дөйөм белем биреү мәктәбенә республиканың арҙаҡлы шәхестәренең исемдәре бирелде.

Өфөнөң Калинин районындағы 140-сы башҡорт гимназияһына башҡорт прозаигы, драматург, БАССР-ҙың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исеме бирелде.

Борай районының Кәшкәләү урта мәктәбе ошо мәктәпте тамамлаған күренекле педагог, профессор Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы Хәйруллинаның исемен йөрөтәсәк, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

темалар: мәғариф