5 декабрь, Дүшәмбе

14 ноябрь 2011 йыл, 16:24

Балаҡатай районында сираттағы моделле китапхана асылды

автор: Әлим Фәйезов

Балаҡатай районының иң ҙур башҡорт ауылы Яңыбайҙа моделле китапхана асылды. Ул Яңыбай ауылы кешеләрен генә түгел, янындағы Айғыръял, Монас, Миҙәт ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә, уларҙа дөйөм алғанда 1300 кеше йәшәй. Китапхана яңы мебель менән йыһазландырылған, уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

Сарала китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән «Яҡташтарым менән ғорурланам» проекты ла тәҡдим ителде, уның сиктәрендә ауылдан сыҡҡан билдәле, һәләтле кешеләр тураһында һөйләнеләр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһынан.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, рәссам Рәшит Ғәлимов тураһында уның ҡыҙы Гөлнур Ғәлимова һөйләне, сарала ҡатнашыу өсөн ул Өфөнән килгән. Башҡортостан гербы авторы Фазлетдин Ислахов үҙе һәм ижады хаҡында бәйән итте.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры урынбаҫары Рәзил Бикбулатов Яңыбай ауылы китапханаһына моделле стандарт талаптарына тап килеү сертификатын бирҙе һәм Балаҡатай ерендә моделле китапханалар асыуға үҙ көсөн индергән һәм средстволар һалған кешеләргә рәхмәт хаттарын тапшырҙы.