5 декабрь, Дүшәмбе

14 ноябрь 2011 йыл, 16:12

Бөрйәндә ике мәсет асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөрйән районының Яңы Усман һәм Аҡбулат ауылдарында мәсет асылды. Тантаналы сараларҙа БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, имамдар, ғибәҙәтханаларҙы төҙөүҙә ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Яңы Усман ауылы өсөн был икенсе мәсет. Ә Аҡбулат халҡы өсөн «Бабсаҡ бей» – әлегә берҙән-бер ғибәҙәт йорто.

Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә әйтеүҙәренсә, матур тәбиғәт ҡосағында төҙөлгән «Бабсаҡ бей» киләсәктә Бөрйән халҡы өсөн иҫтәлекле урындарҙың береһе булыуҙан тыш, Шүлгәнташ мәмерйәһенә килгән туристарҙың рухи терәгенә әйләнәсәк.

Был мәсеттәр асылғандан һуң Бөрйән районындағы ғибәҙәтханалар һаны ун һигеҙгә етте.

темалар: дин