Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Киләһе йылда Өфөнән Прагаға осоштар планлаштырыла

Иҡтисад

Киләһе йылдың апрелендә «Өфө» аэропортынан Прагаға рейстар башҡарыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта рөхсәт биреүсе документация әҙерләнә.

Башҡортостан Хөкүмәте, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Чехияның «Czech AirLines» авиакомпанияһы вәкилдәре ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Был хаҡта интернет-ҡулланыусылар менән үткән онлайн-конференция барышында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский хәбәр итте.  

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса баш белгесе Таһир Мөхәмәтшиндың аңлатыуынса,  был яҡын арала үҙләштереләсәк берҙән-бер йүнәлеш түгел. БДБ илдәренең баш ҡалаларына, мәҫәлән, Киев менән Минскиға, тура рейстарға ихтыяж бар.

Чехияға осоштарға килгәндә иһә, пассажирҙарға шенген визаһы талап ителеүен күҙ уңында тоторға кәрәк.

автор: Любовь Колоколова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть