8 декабрь, Кесе йома

14 ноябрь 2011 йыл, 15:51

Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Кесе йома, 22 ноябрҙә, Өфөлә йәштәр өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Йәштәргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеү, хеҙмәт баҙарының бөгөнгө шарттарына йәштәрҙең яраҡлашыуы сараның төп маҡсаттары булып тора.

Ноябрҙә үтәсәк йәрминкә йәштәргә эш эҙләүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән быйылғы күп һанлы акцияларҙың һуңғыһы буласаҡ. Үткәрелгән саралар араһында — «Йәштәргә эш!», «Карьера көнө» акциялары һәм ваҡытлыса мәшғүллек буйынса йәрминкә.

Сараны ойоштороусылар булып Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм ҡаланың йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһай. Йәрминкә Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтәсәк. Башлана – 15 сәғәттә.