9 декабрь, Йома

14 ноябрь 2011 йыл, 15:32

Транспортсылар бөтә Рәсәй кадрҙар форумында ҡатнашыуға әҙерләнә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

15-16 декабрҙә Санкт-Петербургта «Кадрҙар сәйәсәте» бөтә Рәсәй конференцияһы үтәсәк. Йыл һайын үткәрелеүсе традицион форумда ҡатнашыусылар һәр ваҡыттағыса ирекле диалог режимында көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм транспорт тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү проблемаһын тикшерәсәк. Дискуссиялар транспорт төрҙәренә ҡарап бүленгән һәм авиация, йылға, диңгеҙ, тимер юл һәм автоюл траспортының кадрҙар мәсьәләһенә ҡағыласаҡ.

Сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Санкт-Петербург – морская столица России» проекты сиктәрендә үткәрелә. Иҫәп буйынса дүртенсе конференцияла бөтә Рәсәйҙән 400-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостан исеменән республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡатнашасаҡ. «Башинформ» агентлығына ведомствоның мәғлүмәт-аналитика эштәре һәм программа тәьминәте бүлеге белгесе Гөлназ Ғәлиуллинанынң хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда был проект комитет башлығы Ильяс Мөнировҡа йөкмәтелгән.

Транспорт ойошмалары һәм предприятиелары, уҡыу йорттары, бизнес-берекмәләр, йәмәғәт ойошмалары һәм профсоюздар вәкилдәре унда ҡатнашыуға саҡырыла.

Транспорт тармағының кадрҙар сәйәсәте өлкәһе ҡануниәтен камиллаштырыу һәм дәүләт кимәлендә көйләү өсөн конференция резолюцияһы РФ Дәүләт Думаһының профилле комитеттарына, министрлыҡ һәм ведомстволарға ебәреләсәк.