11 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2011 йыл, 15:35

Сибайҙа мәҙрәсә төҙөлә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Сибайҙа «Тәҡүә» мәсете биләмәһендә мәҙрәсә комплексын төҙөү буйынса эштәр алып барыла.

Урал аръяғында ислам уҡыу йортон булдырырға тигән ҡарар үткән йылдың октябрь айында уҙғарылған Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының күсмә пленумында ҡабул ителгәйне.

Сибай хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, был объект төҙөлөшө Сибай ҡала округын социаль-иҡтисади үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды аша финанслана.

Проектҡа ярашлы, мәҙрәсә бинаһында уҡытыу бүлмәләре, ашхана, йыйылыштар залы, китапхана, спорт залы буласаҡ. Ситтән килеүсе студенттар өсөн дөйөм ятаҡ ҡаралған.

темалар: дин, төҙөлөш