7 декабрь, Шаршамбы

14 ноябрь 2011 йыл, 14:46

БашДУ-ла инновацион эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамы өлкәһендәге һуңғы тенденциялар тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостандың Фәндәр академияһы ҡатнашлығында Мәскәү башҡарма власть органдарына һәм хоҡуҡ һаҡлау структураларына мәғлүмәти-аналитик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү үҙәге башланғысы менән ойошторолған «Инновацион үҫеш инструменттары» мәғлүмәти-ғәмәли семинары шишәмбе, 15 октябрҙә, Башҡорт дәүләт университетында үтәсәк.

Юғары уҡыу йортонан хәбәр итеүҙәренсә, «2007-2013 йылдарға Рәсәйҙең фәнни-технологик комплексы үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә федераль кимәлдә инновацион эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамы өлкәһендәге яңы тенденциялар, технологик платформалар эштәре тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар РФ Хөкүмәте Ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә вуздар менән сәнәғәт предприятиеларының уртаҡ проекттарына ярҙам итеүҙе үҫтереү перспективаларын, төбәктәрҙә эксперттар төркөмдәрен формалаштырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерәсәк.

Теоретик өлөштән тыш, практик эш тә ойоштороласаҡ. Атап әйткәндә, түңәрәк өҫтәл планлаштырыла.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығының проекттарында һәм программаларында ҡатнашыу өсөн тапшырылған ғаризалар һанын ишәйтеү, уларҙың сифатын арттырыу, инновацион процестарҙа ҡатнашыусыларҙың составын киңәйтеү семинарҙың төп маҡсаттары булып тора.