3 декабрь, Шәмбе

14 ноябрь 2011 йыл, 13:37

Салауатта «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Салауатта «Берҙәм Рәсәй» партияһы көнө үтте. Партияның төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев етәкселегендәге берҙәм рәсәйлеләрҙең рәсми делегацияһы ҡалаға иртә таңдан килде.

Байрам сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылды. Уны асыу тантанаһынан һуң, Константин Толкачев шунда уҡ үҙҙәренең социаль проблемалары менән мөрәжәғәт итеүсе граждандарҙы ҡабул итте.

Колхозная урамында делегация ағзалары яңыраҡ ремонтланған 9-сы коррекцион балалар баҡсаһында булды. Бинаға капиталь ремонт «Берҙәм Рәсәй»ҙең Салауат ҡалаһындағы бүлексәһенең башҡарма комитеты башланғысы менән үткәрелгән.

Көндөң тәүге яртыһында делегация шулай уҡ Салауат индустриаль колледжында булды, унда мәктәп уҡыусыларының бокс буйынса спартакиадаһы үтте. Бынан һуң байрамда ҡатнашыусылар ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайына юлланды, унда «Мәңгелек ут» мемориаль комплексына сәкәләр һалды. Бынан һуң Һарайҙың йыйылыштар залында «Мин – граждан» федераль акцияһы сиктәрендә Салауат ҡалаһы йәштәренә паспорттар тапшырыу тантанаһы үтте.

Көндөң икенсе яртыһында «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында партияның сәйәси советы ултырышы үтте.

«Берҙәм Рәсәй көндәре» Башҡортостан Республикаһында 2005 йылдан үткәрелә. Быйыл улар республиканың Миәкә, Мәсетле, Илеш, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш, Ауырғазы, Балтас, Борай, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Туймазы, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында һәм башҡа муниципаль берәмектәрендә үтте.

темалар: партиялар