3 декабрь, Шәмбе

14 ноябрь 2011 йыл, 13:12

Малайзияны Өфө предприятиеларының газ турбинаһы энергетикаһы ҡыҙыҡһындыра

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» менән «Мотор» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре вәкилдәре Малайзияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Зайнол Абидин Бин Омар етәкселегендәге был ил делегацияһы менән газ турбинаһы энергетикаһы буйынса хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тикшерҙе. Сит илдән килгән ҡунаҡтар Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе технологиялары менән танышты, берекмә музейын ҡараны һәм эш кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә яҡтар Малайзияны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 18МВт ҡеүәтендәге һәм «Мотор» фәнни-производство предприятиеһының 10 МВт ҡеүәтендәге газ турбиналары ҡулайламалары, шулай уҡ был компаниялар менән етештерелгән микроэлектростанциялар менән тәьмин итеү мөмкинлеге тураһында һөйләшеп килеште.

Бынан тыш, газ турбиналы электростанциялар өсөн блоклы-модулле агрегаттар (пекедждар) эшләү буйынса берлектәге предприятие төҙөү проекты ла ҡаралды. Әлеге ваҡытта ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйылды, хеҙмәттәшлек итеү тураһында һуңғы ҡарар бер ай эсендә ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең корпоратив коммуникациялар идаралығынан.