Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Прокуратураһы ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ултырышында эшҡыуарҙарҙан тәҡдимдәр көтөлә

Иҡтисад

Ноябрь аҙағына тиклем Өфөлә Башҡортостан Прокуратураһы ҡарамағындағы Бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлау буйынса йәмәғәт Советының сираттағы ултырышы үтәсәк. Совет составына Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе Алексей Щербацкий йөҙөндә Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы инә.

Эш планына ярашлы фекер алышыуҙа «2012 йылға Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы ҡарамағындағы Бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлау буйынса йәмәғәт Советының эш планын тикшереү һәм раҫлау» һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Республика эшҡыуарҙары үҙ тәҡдимдәрен aoprb@mail.ru электрон адресы йәки (347) 243-38-37 факсы буйынса 17 ноябргә тиклем ебәрә ала, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть