5 декабрь, Дүшәмбе

14 ноябрь 2011 йыл, 11:34

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Салауатта булды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

12 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды.

Төбәк башлығы металл конструкцияларҙы цинк менән ҡаплауҙа махсуслашҡан «Салауатметалл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Рөстәм Хәмитов процесс технологияһы һәм төҙөлөш һәм сәнәғәт элементтарын коррозиянан һаҡлауҙа был алымдың һөҙөмтәлелеге менән ҡыҙыҡһынды. Инженерҙар әйтеүенсә, цинк менән ҡаплау 50 йыл дауамында металды ашалыуҙан һаҡлай.

Башҡортостан Президенты яҡында урынлашҡан «Битум» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. Предприятие етәкселеге менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов бында сығарылған продукцияның ҡайҙа һатылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, бында етештерелгән битум республиканан ситкә, атап әйткәндә, Ҡаҙағстанға оҙатыла икән.

Республика башлығы был ситуацияны шәхси контролгә алды һәм предприятие продукцияһын ниңә республикалағы ҡулланыусыларҙың һатып алмауын асыҡларға теләүен белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов 100 койка-урынға иҫәпләнгән ҡала балалар дауаханаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе. Капиталь ремонт сиктәрендә дауалау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу: яңы ҡорамалдар һатып алыу, стационар менән поликлиниканы заман талаптарына ярашлы хәлгә килтереү, шулай уҡ диагностикалау бүлеге менән ғәҙәттән тыш бәләкәй кәүҙәле етлекмәй тыуған балалар өсөн бүлексә асыу планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта проект документацияһы әҙерләнгән, төҙөлөш экспертизаһы үткәрелгән. Ҡорамалдар һәм мебель урынлаштырыу ағымдағы йылдың декабренә билдәләнгән. Рөстәм Хәмитов объектты сафҡа индереүҙең теүәл датаһын әйтеүҙе талап итте. Төҙөүселәр реконструкцияның беренсе этабындағы эштәрҙе 2012 йылдың 15 ғинуарына тамамларға вәғәҙә бирҙе. Реконструкцияның дөйөм хаҡы — 300 млн һумға, шул иҫәптән тәү сираттағы эштәрҙең хаҡы 173 млн һумға барып баҫасаҡ.

Республика башлығы билдәләүенсә, дауахананы ремонтлау – эштең яртыһы ғына. Иң мөһиме, медиктар пациенттарына кешелекле булһын.

— Кешеләр бик йыш тупаҫ мөғәмәләгә осрай, уларҙы кабинеттан кабинетҡа йүгертәләр. Һеҙҙән һорайым, коллективығыҙҙы «һелкетеп алығыҙ», эштәренә яуаплыраҡ ҡарай башлаһындар, — тине Рөстәм Хәмитов, дауалау учреждениеһы етәкселегенә мөрәжәғәт итеп.

Артабан Рөстәм Хәмитов әле буш торған, 500 урынға иҫәпләнгән балалар интернатында булды. Республика Президенты Мәғариф министрлығына һәм Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был хәлде асыҡларға ҡушты.

Сәфәре дауамында республика башлығы реконструкция алып барылған «Нефтехимик» спорт һарайында ла булды. Төҙөлөш эштәре 2010 йылдың июнендә башланған. Комплекста волейбол, теннис, баскетбол, бокс һәм ауыр атлетика кеүек бер нисә спорт төрҙәре өсөн төрлө типтағы залдар урынлашҡан. Дөйөм төҙөлөш майҙаны 14 мең квадрат метрға тиерлек етәсәк.

Спорт комплексы етәкселеге әйтеүенсә, реконструкциянан һуң Спорт һарайында   донъя кимәлендәге спорт саралары үткәреп буласаҡ.

Әммә Рөстәм Хәмитов комплекстың универсаль залында тамашасылар өсөн трибуналарҙың аҙ булыуын билдәләне. Объект 2012 йылдың майында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.