Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Салауаттағы төҙөлөш барған Спорт һарайын ҡараны

Йәмғиәт

Салауат ҡалаһы буйынса эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов реконструкция алып барылған «Нефтехимик» спорт һарайында булды. Төҙөлөш эштәре 2010 йылдың июнендә башланған. Комплекста волейбол, теннис, баскетбол, бокс һәм ауыр атлетика кеүек бер нисә спорт төрҙәре өсөн төрлө типтағы залдар урынлашҡан. Дөйөм төҙөлөш майҙаны 14 мең квадрат метрға тиерлек етәсәк.

Спорт комплексы етәкселеге әйтеүенсә, реконструкциянан һуң Спорт һарайында   донъя кимәлендәге спорт саралары үткәреп буласаҡ.

Әммә Рөстәм Хәмитов комплекстың универсаль залында тамашасылар өсөн трибуналарҙың аҙ булыуын билдәләне. Объект 2012 йылдың майында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть