9 декабрь, Йома

14 ноябрь 2011 йыл, 10:23

Республика башлығы Салауат ҡалаһындағы балалар дауаханаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Салауатта Рөстәм Хәмитов 99 койка-урынға иҫәпләнгән ҡала балалар дауаханаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе. Капиталь ремонт сиктәрендә дауалау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу – яңы ҡорамалдар һатып алыу, стационар менән поликлиниканы заман талаптарына ярашлы хәлгә килтереү, шулай уҡ диагностикалау бүлеге менән ғәҙәттән тыш бәләкәй кәүҙәле етлекмәй тыуған балалар өсөн бүлексә асыу планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта проект документацияһы әҙерләнгән, төҙөлөш экспертизаһы үткәрелгән. Ҡорамалдар һәм мебель урынлаштырыу ағымдағы йылдың декабренә билдәләнгән. Рөстәм Хәмитов объектты сафҡа индереүҙең теүәл датаһын әйтеүҙе талап итте. Төҙөүселәр реконструкцияның беренсе этабындағы эштәрҙе 2012 йылдың 15 ғинуарына тамамларға вәғәҙә бирҙе. Реконструкцияның дөйөм хаҡы — 300 млн һумға, шул иҫәптән тәү сираттағы эштәрҙең хаҡы 173 млн һумға барып баҫасаҡ.

Республика башлығы билдәләүенсә, дауахананы ремонтлау – эштең яртыһы ғына. Иң мөһиме, медиктар пациенттарына кешелекле булһын.

— Кешеләр бик йыш тупаҫ мөғәмәләгә осрай, уларҙы кабинеттан кабинетҡа йүгертәләр. Һеҙҙән һорайым, коллективығыҙҙы «һелкетеп алығыҙ», эштәренә яҡшы ҡарай башлаһындар, — тине Рөстәм Хәмитов, дауалау учреждениеһы етәкселегенә мөрәжәғәт итеп.

Артабан Рөстәм Хәмитов әле буш торған, 500 урынға иҫәпләнгән балалар интернатында булды. Республика Президенты Мәғариф министрлығына һәм Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был хәлде асыҡларға ҡушты.