6 декабрь, Шишәмбе

14 ноябрь 2011 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында булды

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

11 ноябрҙә Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Рәсәҙең Ҡораллы көстәренә оҙатыуға бағышланған тантаналы митингыла ҡатнашты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тантаналы өлөштән һуң Рөстәм Хәмитов хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм туғандары менән аралашты.

Егеттәргә мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов уларҙың яңы тормош башлауҙарын билдәләне.

— Һеҙҙе ҙур үҙгәрештәр көтә. Хеҙмәт итеү барышында Башҡортостан Республикаһы исеменә тап төшөрмәҫһегеҙ, тип ышанам. Миңә хәрби берләшмәләр етәкселеге, частар командирҙары менән күп аралашырға тура килде, һәм улар һәр ваҡыт Башҡортостан егеттәренең яҡшы әҙерлекле, һәләтле булыуын билдәләне. Был юлы ла тап шулай булыр, тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы һәм егеттәрҙе хеҙмәт итеү барышында бер-береһенә ярҙам итеп торорға саҡырҙы.

— Ауырлыҡтар ҙа, проблемалар ҙа буласаҡ, әммә Ватанды һаҡлау – ысын мәғәнәһендә ир-аттар эше. Республика намыҫына, үҙегеҙҙең намыҫҡа тап төшөрмәҫ өсөн барыһын да эшләргә тейешһегеҙ. Хеҙмәт итеү – ауыр эш. Әммә ул кешене, уның ихтыяр көсөн сыныҡтыра, тормошта ярҙам итәсәк яңы һыҙаттарға эйә булырға мөмкинлек бирә. Бер йыл һиҙҙермәйенсә үтәсәк. Республикаға кире ҡайтып, яҡшы эшкә урынлаша алыуығыҙға, уҡыуығыҙҙы дауам итеүегеҙгә ышанам. Һеҙҙең бындай мөмкинлегегеҙ булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Яңы предприятиелар, яңы эш урындары булдырыу, яңы уҡыу йорттарын асыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға ул уңыштар теләне һәм ауыр ваҡытта уларҙың һәр ваҡыт республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә алыуын билдәләне.

— Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә. Әммә тағы ла бер тапҡыр әйтәм – ауыр минуттарҙа. Хеҙмәтегеҙҙең яҡшы үтеүенә ышанам. Башҡортостан исеменән хеҙмәт итеүегеҙҙе һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ, — тип белдерҙе республика башлығы.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ граждандарҙы хәрби хеҙмәткә контракт буйынса йыйыу бүлеген, хәрби комисариаттың халыҡты ҡабул итеү бүлмәһен ҡараны, командалар формалаштырыу һәм оҙатыу бүлегендә, хәрби табиптар комиссияһында булды, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың казармала урынлаштырылыуы һәм уларҙың туҡланыу рационы менән танышты.