Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан халҡы 307 кешегә артты

Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары халыҡ иҫәбенә бәйле мәғлүмәттәрҙе баҫтырҙы. Уларҙан күренеүенсә, туғыҙ айҙа республика халҡының тәбиғи артыуы 307 кешене тәшкил иткән. Быйыл республикала 41708 кеше тыуған, был уҙған йылға ҡарағанда 2,3 процентҡа аҙыраҡ. Республиканың алты ҡалаһында һәм 14 районында тыуым артыуы күҙәтелә.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011 йылда 41401 кеше мәрхүм булған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда вафат булғандар иҫәбе 301 кешегә артҡан. Әүәлгесә республикала ҡан әйләнеше системалары ауырыуҙарын үлеүселәр иң күбен тәшкил итә (49,7%). Бәхетһеҙ осраҡтарҙан, ағыуланыу, травмалар алыуҙан һәләк булғандар өлөшө лә ҙур — 10,9%, яман һәм яман булмаған шеш ауырыуҙарынан да күп үләләр (10,8%).

Дөйөм алғанда республикала яңы тыуған сабыйҙар иҫәбе үлгәндәрҙән 0,7 процентҡа күберәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть