3 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2011 йыл, 17:19

Наркополиция спорт тренерҙарында ярты кило анаболик һәм стероидтар тапҡан

автор: Ольга Мортазина

Республика Наркоконтроле спортсылар араһында анаболик һәм стероидтар таратыу менән шөғөлләнгән енәйәтселәр тандемын асыҡлаған. Спорт клубтарының ике тренеры Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа «эшләгән». Препараттар составында сәләмәтлек өсөн хәүефле тыйылған матдәләр бар. «Бизнес» ойоштороусынан 350 грамм таблеткалар тартып алынған. Тренерҙарҙың машиналарында тағы ла 165 грамм табылған. Ир-егеттәргә ҡарата «Ҙур күләмдә көслө тәьҫирле матдәләрҙе законһыҙ һатҡан өсөн» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, уның санкцияһы 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Был хаҡта РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Роман Покотило хәбәр итте.