Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яңы ҡорамалдарҙа эшләү өсөн УЗИ-диагностар әҙерләнә

Иҡтисад

Республиканың хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы, шулай уҡ Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау сиктәрендә 145 табип әҙерлек һәм ҡайтанан әҙерлек үтәсәк. Планда ҡаралған медиктарҙың икәүһе ҡайтанан әҙерлек үтеүҙе тамамлай алмаған, сөнки икенсе ҡалаға күсеп киткән.

— Һәр табипты, уларҙың күбеһе — терапевтар, билдәле эш урыны өсөн әҙерләйҙәр. Улар һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау сиктәрендә дауалау-профилактика учреждениеһы аласаҡ заманса ҡорамалдарҙа уңышлы эшләй алырға тейеш. Уларҙың күбеһе төрлө профилдәге, мәҫәлән, кардиологияла, гинекология һәм маммологияла, УЗИ-диагностика белгестәре буласаҡ. Ҡайтанан әҙерлек үткән медиктар араһында буласаҡ физиотерапевтар, эндоскопсылар, рентгенологтар, травматологтар, трансфузиологтар һәм башҡа төрлө белгестәр ҙә бар, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының профессиональ белем биреү бүлеге начальнигы Әлфиә Гәрәйшина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть