7 декабрь, Шаршамбы

11 ноябрь 2011 йыл, 16:49

Рөстәм Хәмитов Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

11 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә 2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ярыштарға әҙерләнеүгә йәлеп ителгән министрлыҡ, ведомстволар һәм учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.

Ултырышта яңы спорт ҡоролмаларын төҙөү һәм булғандарын реконструкциялау кәрәклеге, был объекттарҙы техник йыһазландырыуға, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу һәм транспорт менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.  

— Беҙ Рәсәй Федерацияһындағы бындай спорт ярыштары үткәреләсәк беренсе төбәк. Беҙҙең өсөн был ҙур хөрмәт. Барыбыҙҙы ла ҙур эш көтә. Өфө донъяның 20-нән ашыу иленән меңләп уҡыусыны ҡабул итәсәк. Уйындар һигеҙ спорт төрө буйынса үткәреләсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ул уйындарҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылыуын, ойоштороу комитеты булдырылыуын һәм комитеттың 20 декабргә тиклем тәғәйен саралар планын раҫларға тейеш булыуын хәтергә төшөрҙө.

— Атап әйткәндә, ул, Рәсәй һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итеп, PR-кампанияһы үткәреүҙе, уйындарҙы трансляциялау өсөн телевизион каналдар менән килешеүҙәр төҙөүҙе, интернет-сайт асыуҙы күҙ уңында тоторға тейеш. Уйындарҙың логотибына бәйле эштәрҙе ҡыҙыулатырға кәрәк. Ярыштар үтәсәк барлыҡ спорт ҡоролмаларының торошон тикшереү зарур. Әҙерлек юғары. Шулай ҙа ҡайһы бер объекттарҙы йә төҙөп бөтөргә, йә тәртипкә килтерергә кәрәк, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, музейҙарға, күргәҙмәләргә, театрҙар, экскурсияларға барыуҙы үҙ эсенә аласаҡ ҡыҙыҡлы мәҙәни программа әҙерләргә кәрәк.  

— Уйындарға килгән балаларҙың республиканан һәйбәт тәьҫораттар менән ҡайтыуын һәм үҙ илдәрендәге тиҫтерҙәренә Башҡортостан тураһында һөйләүҙәрен теләйбеҙ. Балаларҙан тыш, тамашасылар, был балаларҙың ата-әсәләре лә киләсәк, әлбиттә. Ҙур халыҡ-ара делегацияларҙы ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылырға тейеш. Был өлкәлә лә эшләйһе эштәр бихисап, — тип билдәләне республика башлығы.

Уйындарға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреүгә, спорт ҡоролмаларын реконструкциялау һәм төҙөүгә яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 800 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителәсәк.

— Беҙҙең маҡсат – күберәк федераль һәм бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеү. Тейешле һорауҙар менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путинға һәм спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Муткоға мөрәжәғәт иттем дә инде. Был мәсьәләне мин Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев менән осрашыуҙа ла күтәрергә ниәтләйем, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.