7 декабрь, Шаршамбы

11 ноябрь 2011 йыл, 16:33

Йәш гвардиясылар эттәргә һәм бесәйҙәргә ярҙам итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһының төбәк бүлексәһе активистары ҡарауһыҙ ҡалған йорт хайуандарына ярҙам күрһәтеү акцияһын үткәрҙе. «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итеүенсә, йәштәр Өфө зоология магазиндарының береһендә ҡала халҡы ярҙамында йорт хайуандары өсөн ризыҡтар, медикаменттар, уйынсыҡтар йыйған, улар «Аргус» хайуандар приютына тапшырыласаҡ.

Хайуандарға ярҙам күрһәтеү йәш гвардиясылар башланғысы менән бөтә республика буйынса үткәрелгән «Изге эштәр эшләйем» акцияһы сиктәрендә ойошторолдо.

темалар: йәш гвардия