8 декабрь, Кесе йома

11 ноябрь 2011 йыл, 16:11

Учалы районында 15 йәшлек ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалған

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан буйынса Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу факты буйынса тикшереү алып бара. Учалы районында йәшәүсе 15 йәшлек ҡыҙ үҙ өйөндә аҫылынған, полиция хеҙмәткәрҙәренә был хаҡта шаршамбы кис хәбәр итәләр. Алдан фаразланыуынса, ҡыҙ дуҫы менән мөнәсәбәттәре өҙөлөү сәбәпле аҫылынған. Был фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлағас, тәфтишселәр процессуаль ҡарар ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

темалар: суицид