6 декабрь, Шишәмбе

11 ноябрь 2011 йыл, 15:47

Башҡортостанда йәш эшҡыуарҙарҙы бизнес нигеҙҙәренә өйрәтеү дауам итә

автор: Любовь Колоколова

21-30 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы менән берлектә йәш эшҡыуарҙар өсөн «Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре» программаһы буйынса ҡыҫҡа сроклы белем биреү курстарын үткәрәсәк.

Курстарға республиканың Благовар, Бүздәк, Кушнаренко райондарында, Өфө ҡалаһында йәшәүсе киләһе категория граждандары саҡырыла: уҡыу йорттарының сығарылыш курс студенттары, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе эшһеҙҙәр, эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған граждандар, шулай уҡ быйыл үҙ эштәрен асҡан йәки 2010-2011 йылдарҙа бизнестың башланғыс стадияһында субсидия формаһында финанс ярҙамы алған эшҡыуарҙар.

Курстарҙы ойошторусылар алдында киләһе бурыстар тора – халыҡта баҙар иҡтисады шарттарында эшҡыуарлыҡ тураһында эшмәкәрлектең мөһим төрө булараҡ фекер тыуҙырыу.

Программа тамамланғас, барыһына ла билдәләнгән өлгөләге танытмалар тапшырыласаҡ.

Билдәләп үтәйек, быйыл эшҡыуарлыҡ буйынса ҡыҫҡа сроклы курстар республиканың күпселек райондарында, шулай уҡ Өфө, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында үткән.