Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.53 ↑

EUR 69.33 ↓

25 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Октябрьскийҙың 11 йәш ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар аласаҡ

Сәйәсәт

Октябрьский хакимиәтендә 2011—2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Сертификаттарҙы 11 йәш ғаилә алды.

— Субсидиялар алыуға сертификаттар тапшырыу — йыл һайын үткәрелеүсе процедура, ул беҙҙең ҡалала ғына түгел, бөтә республикала, бөтә илдә үтә, — тип билдәләне Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов. — Октябрьскийҙа ағымдағы йылда — 48, ә программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып 220-нән ашыу йәш ғаилә ярҙам алды.

Сергей Молчанов тантанаға килгәндәргә ҡала округының социаль өлкәһен үҫтереү перспективалары — балалар баҡсалары, перинаталь үҙәк төҙөү, поликлиникаларҙы модернизациялау тураһында һөйләне, ололар һәм балаларҙы яҡын арала өй туйлауҙары менән ҡотланы.

Дөйөм алғанда йәш ғаиләләр алты миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Субсидияның минималь суммаһы — 361620 һум, иң күбе 774900 һум тәшкил итәсәк. Сертификат хужалары был аҡсаны фатир һатып алғанда беренсе иғәнә итеп, йорт төҙөүҙә йәки торлаҡ майҙанын киңәйтеүгә ҡуллана аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть