Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республика мосолмандары Мордовия мөфтөйө Әбделкәрим Әбдрәшитовтың һәләк булыуы сәбәпле яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша

Сәйәсәт

Ошо көндәрҙә Мордовияның 30 йәшлек мөфтөйө Әбделкәрим Әбдрәшитов автомобиль аварияһында һәләк булды. Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты төбәк руханиҙары исеменән мөфтөй туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

— Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты был ҡайғылы хәбәрҙе ҙур ауырлыҡ менән ҡабул итте, — тиелә мөрәжәғәттә. – Әбделкәрим хәҙрәт ислам дине идеалдарына әүҙем хеҙмәт иткән ваҡытында арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы. Был Мордовия руханиҙары ғына түгел, бөтә Рәсәй Федерацияһы мосолмандары өсөн дә ҙур юғалтыу. Мөфтөй Әбделкәрим Әбдрәшитов туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм был ҡайғылы көндәрҙә Аллаһы Тәғәләнән уларға сыҙамлыҡ һорайбыҙ.

Мөрәжәғәткә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, уның урынбаҫарҙары һәм мөфтиәт бүлектәре етәкселәре ҡул ҡуйҙы.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть