Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Уңыш формулаһы: командала эшләү һөҙөмтәлелеген арттырабыҙ» семинары үтәсәк

Йәмғиәт

18 ноябрҙә Өфөлә компания етәкселәре һәм топ-менеджерҙары өсөн бушлай «Уңыш формулаһы: командала эшләү һөҙөмтәлелеген арттырабыҙ» семинары үткәреләсәк. Сара «Симай» интернет-компанияһы ярҙамында ойоштороласаҡ.

Семинарҙа ҡатнашыусылар «1С-Битрикс: Корпорация порталы» системаһы менән танышасаҡ. «Симай» интернет-компанияһы директоры билдәләүенсә, «был система ойошмаларҙың файҙаланыуға әҙер булған эске сайттары булып тора, унда ҡуйылған бурыстар, проекттар һәм документтар өҫтөндә бергәләп эшләргә була».

Семинарҙа корпорация порталының иҡтисади һөҙөмтәлелегенә һәм тормошҡа ашырылған проекттар тәжрибәһенә айырыуса иғтибар бүленәсәк.

«Уңыш формулаһы: командала эшләү һөҙөмтәлелеген арттырабыҙ» семинары 18 ноябрҙә 10.00 сәғәттә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Семинарҙа ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ. Бының өсөн www.simai.ru сайтына инергә йәки (347) 246-85-00 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть