4 декабрь, Йәкшәмбе

11 ноябрь 2011 йыл, 12:38

Өфөлә XV «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте

автор: Любовь Колоколова | фото: автор

Өфөлә XV «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында үтте һәм ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығының иң сағыу вәкилдәрен, уларҙың хеҙмәттәштәрен һәм дуҫтарын йыйҙы.

Ун бишенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста ун биш етәксе гүзәл зат ҡатнашты. Улар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, республиканың Шаран, Благовещен, Дүртөйлө һәм Туймазы райондары исеменән сығыш яһаны.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, республиканың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы сығыш яһаны. Конкурсты үткәреү идеяһын дөйөм Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы президенты Татьяна Малютина тәҡдим иткән.

Йәмғиәттә лидер ҡатын-ҡыҙ ролен асыу, төрлө эшмәкәрлек өлкәләренә уның индергән өлөшөн билдәләү конкурстың төп маҡсаты булып тора.

Сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев мөрәжәғәт итте. Ул ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығының Рәсәй иҡтисадында үҙенсәлекле йүнәлеш булыуын билдәләне.

Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова гүзәл заттарҙы үҙ кандидатураларын һайлау органдарына, йәмәғәт ойошмаларына ҡыйыуыраҡ тәҡдим итергә саҡырҙы. Уның фекеренсә, Европа илдәрендәге кеүек власть органдарында, сәйәсәттә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк булырға тейеш.

Республиканың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина эшҡыуарҙарға ваҡыт табып, был конкурста ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Үҙ йондоҙоғоҙға ышанығыҙ һәм һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ булып ҡалығыҙ! — тип өҫтәне ул.

Конкурста ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре һәм үҙ бизнестары тураһында һөйләне, шулай уҡ жюри ағзаларына етештереү күрһәткестәре һәм предприятие ҡаҙаныштары теркәлгән папкаларын тәҡдим итте.

Барлыҡ ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнде, ә номинацияларҙа еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр ҙә алды.

«Бизнес корифейы» номинацияһында К.Г.Фәрхетдинов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Лилиә Кәшфуллина (Туймазы районы) еңеү яуланы. «Йыл меценаты» тип «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» клиникаһының «Медицина технологиялары үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Эльза Фазлыева (Өфө ҡалаһы) билдәләнде. «Кадрҙар барыһын да хәл итә» номинацияһында Благовещен районы Яңы Надеждин ауылы урта мәктәбе директоры Елена Бурмистрова еңеүсе булды. «Ҡатын-ҡыҙ башланғысы» номинацияһында «Спринт» типографияһы етәксеһе Анжелика Сухарева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) беренсе булды. «Бизнес-обзор» гәзитенең генераль директоры һәм баш мөхәррире Роза Хузина (Өфө ҡалаһы) «Ышаныслы партнер» тип табылды. «Яңы быуын директоры» тип Стәрлетамаҡ ҡалаһы Эшҡыуарҙар ассоциацияһының башҡарыусы директоры Дилара Халикова танылды. «Эш стиле өлгөһө» номинацияһында «Ювента-Лореаль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Елена Абакачева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) еңеү яуланы. «Дюртюлистройдеталь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Мәүлиҙә Иҙрисова «Йыл бизнес-асышы» тип табылды. «Сифат менән идара итеү өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн» номинацияһында крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәмилә Сәмиғуллинаға (Шаран районы) етеүселәр булманы. Һәм, ниһайәт, ауыл биләмәһе башлығы Галина Князева (Благовещен районы) «Дәүләт хеҙмәткәре» номинацияһында еңеүсе булды.

Хәҙер инде конкурстың төбәк этабында еңеүселәр федераль этапта ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителәсәк, сара алдағы йылдың мартында Мәскәүҙә үтәсәк.