3 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2011 йыл, 12:08

Рөстәм Хәмитов эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы [видео]

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында полиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы кисә үтте. Сәхнәнән сығыш яһаусылар Милиция көнөнөң исеме яңырыуға ҡарамаҫтан, мәғәнәһе үҙгәрмәүен билдәләне. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы:

— Ағымдағы йыл Эске эштәр министрлығы өсөн һынылыш осоро булды. Полиция тураһында федераль закон ҡабул ителде, тармаҡта бик ҙур үҙгәрештәр булды, полиция кәрәк булмаған артыҡ функцияларҙан ҡотолдо. Хеҙмәткәрҙәр араһында ҡыҫҡартылыу булһа ла, эш сифатына зыян килмәне, иң мөһиме — енәйәтселек артыуға юл ҡуйылманы.

Республика территорияһында 2011 йылда 36 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән 250-нән ашыу кеше үлтереү, мең ярымға яҡын талау һәм 10 мең самаһы урлау осрағы тикшерелгән. Иҡтисад өлкәһендә биш меңдән ашыу енәйәт иҫкәртелгән, шул иҫәптән бер меңдән ашыуы — коррупцион характерҙа. «Һеҙ ҙур эш башҡараһығыҙ, һәм уларҙың реаль һөҙөмтәләр, енәйәттәрҙе асыу менән тамамланыуы яҡшы», — тип билдәләне Президент.  

— Криминалға, ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы тороу өсөн һөҙөмтәлерәк алымдар, шул иҫәптән фән һәм техниканың өр-яңы ҡаҙаныштарын файҙаланыу талап ителә. Иҡтисади һәм һалымға бәйле енәйәтселекте иҫкәртеү, ришүәтселек күренештәре, бюджет средстволарын урлауға ҡаршы көрәшеү айырыуса мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, ул алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе республиканың Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Тантаналы сараны Башҡортостандың эске эштәр министры Михаил Закомалдин дауам итте. Ведомство етәксеһе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамоталарын, ведомство миҙалдарын, бүләккә ҡорал тапшырҙы, бер нисә кеше почетлы исемдәр алды.

Артабан эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен йола буйынса хоҡуҡ һаҡлау структураһы етәкселәре — прокуратурҙар, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы башлығы һәм башҡалар ҡотланы.

Республика идаралығы начальнигы Виктор Палагин экстремизм һәм терроризмға ҡаршы әүҙем көрәшкәндәре өсөн алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Федераль именлек хеҙмәте символикаһы төшөрөлгән ҡоралдар тапшырҙы. Тантана байрам концерты менән тамамланды.