Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Дума мандаттарына Башҡортостандан 82 кандидат көрәшәсәк

Сәйәсәт

Алдағы һайлауҙарҙа Башҡортостанда Дума депутаттары мандаттарына бөтә ете партиянан 82 кандидат көрәшәсәк. Шул уҡ ваҡытта әлеге һайлау марафонында ҡатнашыусыларҙың 13-өнә 30 йәш тә юҡ, тип хәбәр итте һайлаусылар менән «тура  бәйләнештә» БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.

Дөйөм алғанда бөтә Рәсәйҙә алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа 3050 кандидат ҡатнашасаҡ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында теркәлгән сәйәси фирҡәләрҙең федераль исемлектәрендә әле шул сама кандидат иҫәпләнә. Шулай итеп, бер депутат мандатына бөгөнгө көндә етенән дә әҙерәк кандидат дәғүә итә. Был һуңғы парламент һайлауҙары араһында Дума креслоһына иң түбән конкурс. 2007 йылда, беҙҙең илдә һайлауҙар тәүге тапҡыр пропорциональ система буйынса (партия исемлектәре буйынса) үткәрелгәндә, был күрһәткес бер депутат мандатына 13 кешегә тиң ине. 2003 йылда, һайлауҙар ҡатнаш система буйынса үткәрелгәндә, берҙәм һайлау округтары буйынса бер депутат мандатына 16-нан ашыу кеше тура килде, әммә ул ваҡытта һайлауҙарҙа 26 сәйәси партия һәм һайлау блоктары ҡатнашҡайны.  

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть