8 декабрь, Кесе йома

11 ноябрь 2011 йыл, 10:54

Хәрби хеҙмәткәрҙәр туғандары менән видеотерминал аша аралаша аласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар интернет ярҙамында туғандары менән видеотерминал аша аралаша аласаҡ. Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 ноябрҙән хәрби частарҙа видеотерминалдар эшләй башлаясаҡ.

Ҡоролмалар һөйләшеүселәрҙең һынланышын күрһәтә һәм телмәрен ишеттерә, видеоконференция үткәреү мөмкинселеген дә бирә. Шулай уҡ егеттәр электрон почта менән ҡуллана аласаҡ.

Был хеҙмәтләндереү бушлай булмаясаҡ, әммә, Үҙәк хәрби округынан хәбәр итеүҙәренсә, Бындай аралашыуҙа хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн ташламалар буласаҡ. Уларҙың әңгәмәселәре компьютер һәм шундай уҡ видеотерминал менән ҡуллана ала.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн терминал мөмкинлектәрен файҙаланыу һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса дәрестәр үткәрелгән. Ундан ашыу бындай аппарат Башҡортостан республикаһы, Ырымбур, Һамар, Свердловск, Ульяновск, Силәбе өлкәләре һәм Пермь крайы частарында булдырыласаҡ.