5 декабрь, Дүшәмбе

11 ноябрь 2011 йыл, 10:46

Малайзия делегацияһы менән КүмАПП араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Марина Шумилова

Күмертау авиация производство предприятиеһы менән Малайзияның рәсми делегацияһы араһында «Артабан хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһында» килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Күмертау авиация производство предприятиеһының идарасы директоры Сергей Микрюков һәм делегация етәксеһе — Паханг штатының баш министры Аднан бин Хаджи Якоб ҡул ҡуйҙы.

Килешеүгә ҡул ҡуйғанға тиклем делегация Күмертау авиация производство предприятиеһы продукцияһы менән ентекләп танышты. Ҡала хакимиәтенең конференц-залында предприятиела сығарылған вертолеттарҙың күрһәтмә осоштары менән видеороликтар күрһәтелде. Малайзиянан килгән ҡунаҡтар «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, унда «Rotorfly» вертолетының техник характеристикалары менән танышты, тип хәбәр итә Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.