Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республиканың вакансиялар банкы 1,7 тапҡырға артып, 33000 самаһы берәмекте тәшкил итте

Иҡтисад

Йыл башы менән сағыштырғанда республикала вакансиялар банкының тулыланыуына бәйле хәлдәр һиҙелерлек яҡшырҙы. Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктәге буш эш урындары иҫәбе 1,7 тапҡырға артып, ноябрь башында 33 меңгә тиерлек еткән. Тимәк, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙҙҙәр менән вакансиялар иҫәбенең нисбәте  2,1-ҙән 0,9-ға тиклем кәмегән.

Республикала эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансиялар өлөшө әүәлгесә ҙур булып ҡала, бөгөн ул 80 проценттан ашыуҙы тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта буш эш урындары, теүәлерәк әйткәндә, 78 процент, йәшәү минимумынан кәм хеҙмәт хаҡын күҙ уңында тота.

Хәҙерге хеҙмәт баҙарында иң ҙур һорау менән ҡулланғандар иҫәбендә һаман да төҙөүсе һөнәрҙәре – арматурасы, бетонсы, ташсы, штукатур, маляр һәм слесарь-сантехник күрһәтелгән. Башҡа тармаҡтарға килгәндә иһә, әлеге мәлдә токарҙар, фрезеровщиктар, киң профилле механизаторҙар, һатыусылар, шулай уҡ табиптар, шәфҡәт туташтары һәм зоотехниктар дефицит һанала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть