5 декабрь, Дүшәмбе

11 ноябрь 2011 йыл, 10:03

Башҡортостанда Милли теннис үҙәген төҙөү планлаштырыла

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Кесе йома, 10 ноябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Теннис федерацияһы президенты Шамил Тарпищев менән осрашты.

Осрашыуҙа Башҡортостанда был спорт төрөн үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде.

— Һеҙҙе күптән көттөк, килеүегеҙгә бик шатбыҙ, — тине республика Президенты. – Башҡортостан – теннис республикаһы. Был өлкәлә беҙҙең матур йолаларыбыҙ, бай тарихыбыҙ бар, белгестәр ҙә етди әҙерләнгән. Ҡасандыр Салауат ҡалаһы ла теннис үҙәге булып торҙо, әммә төрлө сәбәптәр арҡылы хәҙер унда теннис юғары кимәлдә түгел. Ләкин был спорт төрөн артабан үҫтерәсәкбеҙ.

Рөстәм Хәмитов ҙур теннисты үҫтереү буйынса пландары менән бүлеште.

— Беҙгә ярҙам итерһегеҙ, Федерация һәм республика араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Спорт объекттары менән танышырға, аҙаҡтан ҙур ярыштар үткәреү өсөн уларҙы үҙебеҙҙә төҙөргә теләр инек.

Беҙ һәр яҡлап хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Теннис федерацияһы менән эшләргә, кәрәк икән, унда яҡшы белгестәребеҙҙе ебәрергә була. Был эштә шәхсән үҙем ҡатнашырға әҙермен. Шуға күрә һеҙ килеп ҡайтҡандан һуң, барлыҡ теннис донъяһының: «Эйе, Өфө яңынан күтәрелә», — тип әйтеүен теләр инем, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

— Өфө, Башҡортостан теннис өлкәһендә йолаларға бай, улар Советтар Союзы заманынан уҡ ҡалған. Шулай уҡ бында яҡшы тренерҙар, спортсыларҙы техник яҡтан тәьмин итеү йәһәтенән яҡшы белгестәр бар. Башҡортостан был йәһәттән көслө төбәктәрҙең береһе булып тора. Һеҙ әйткәндәрҙе бергәләп тормошҡа ашырыуға өлгәшһәк, барыһы ла тиҙ арала алға китәсәк, — тип билдәләне Шамил Тарпищев.

Шамил Тарпищев Президентҡа Башҡортостанда теннис буйынса Рәсәй чемпиондарының булыуын да иҫләтте.

— Халыҡ-ара теннис федерацияһы статистикаһы  буйынса, беҙҙҙең ил һуңғы 10 йыл эсендә донъя теннисында беренсе килә. Теннис менән 207 ил шөғөлләнә. Халыҡ-ара федерация ағзалары араһында 200-ҙән ашыу илдә 4 спорт төрө бар: теннис, волейбол, футбол һәм еңел атлетика. Хәҙер донъя теннисында спортсылар йыл әйләнәһенә уйнай.

2012 йылдың ғинуар айында уҡ Өфөлә 12 йәшкә тиклемге спортсылар өсөн халыҡ-ара балалар турнирын үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, ғинуар-февраль айҙарында Рәсәйҙең балалар командаһы йыйылышы, шулай уҡ зона Европа ярыштары үтәсәк, тип хәбәр итте Шамил Тарпищев.

Өфөлә Теннис үҙәге 2012 йылда төҙөлә башлаясаҡ, тип ышана Шамил Әнүәр улы. Әлеге ваҡытта спорт бинаһы өсөн майҙансыҡ һайлана, шулай уҡ 8-10 проект тәҡдим ителәсәк.