6 декабрь, Шишәмбе

10 ноябрь 2011 йыл, 18:07

Республикала туғыҙынсы тапҡыр «Ҡыш бабайға хат» проекты старт ала

автор: Эльмира Сабирова

Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды менән туғыҙ йыл элек булдырылған «Ҡыш бабайға хат» проекты быйыл 1 ноябрҙә старт ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда һәр бала ҡатнаша ала. Бының өсөн Ҡыш бабайға үҙеңдең изге эштәрең тураһында хат яҙырға кәрәк. Бынан тыш, балаларға тылсымсы биргән эштәрҙе үтәү зарур. Эштәр менән яҡынданыраҡ фонд сайтында (www.fondufa.ru) танышырға була.

Хатты 15 декабргә тиклем 450047, «Ҡыш бабайға» абонент йәшниге адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Хәҙер тылсымсының электрон йәшниге лә эшләй башланы: dedmorozufa@mail.ru.

Йола буйынса иң ҡыҙыҡлы хат авторҙары бүләктәр һәм Яңы йыл байрамдарына саҡырыу ҡағыҙҙары аласаҡ.

2003 йылдан Ҡыш бабайға республиканың төрлө төбәктәренән 50 меңдән ашыу бала хат ебәргән, уларҙың 21 меңдән ашыуы төрлө приздар менән билдәләнгән.