Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Волга буйы федераль округы медиа-форумында меморандум ҡабул ителде

Йәмғиәт

Көн элгәре Түбәнге Новгородта II Волга буйы федераль округы медиа-форумы тамамланды. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, алдынғы киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, эксперттар, шулай уҡ Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Медиа-форумда ҡатнашыусылар конфессиональ мөнәсәбәттәр, мәҙәниәт, социаль сәйәсәт, инновациялар өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Форум эше пленар ултырыш менән тамамланды, унда меморандум ҡабул ителде.

«Волга буйы федераль округы төбәктәрендә булған төрлө сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни процесстар федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында сағылыш таба. Округ медиа-форумы үҙ-ара конструктив эш итеү майҙансығы булып тора, — тип билдәләнә меморандумда. – Шулай ҙа округта йәмғиәт һәм дәүләт үҫешенең мөһим тенденцияларын сағылдырған мәғлүмәт продукттарының яңы сараларын будырыу талап ителә».

Медиа-форумда ҡатнашыусылар округ төбәктәрендә 2020 йылға тиклем Волга буйы федераль округын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы; шулай уҡ милли-конфессиональ мөнәсәбәттәр өлкәһендә мәғлүмәт сәйәсәтен формалаштырыу, киң мәғлүмәт сараларында йәмәғәт структураларының дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен сағылыдырыу кеүек үҙ-ара килешеп эш итеү йүнәлештәрен өҫтөнлөклө итеп билдәләргә кәрәк, тип иҫәпләй.

Сарала ҡатнашыусылар журналистарҙы иң яҡшы сәнғәт өлгөләрен, спорт ҡаҙаныштарын, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген һәм йәштәр башланғыстарын киң мәғлүмәт сараларында әүҙем сағылдырырға саҡырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть