8 декабрь, Кесе йома

10 ноябрь 2011 йыл, 17:07

Өфөлә интернет-магазиндар асырға һәм уларҙы рекламаларға өйрәтәсәктәр

автор: Снежана Камская

17 ноябрҙә Өфөлә «Сайт формулаһы: интернетта нисек үҙ бизнесыңды башларға» тип исемләнгән бушлай семинар үткәреләсәк. Уны Рәсәй интернет-баҙары лидерҙары ҡатнашлығында «1С-Битрикс» компанияһы ойоштора. Сара «Симай» интернет-компанияһы ярҙамында үтәсәк.

Семинарҙың тыңлаусылары интернет-магазин асыу, уға идара итеү һәм уны рекламалау өсөн теоретик һәм практик белем аласаҡ. Семинар эшендә IT-тармағының алдынғы компаниялары белгестәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Семинар перспективалы һәм йылдам үҫешеүсе бизнес секторында тауар һәм хеҙмәттәр һатыуҙың өҫтәмә каналын асырға теләгән компания етәкселәренә лә, һөҙөмтәле һатыу инструменты кәрәк булған менеджерҙарға, электрон коммерция департаменттары һәм бүлектәре башлыҡтарына, шулай уҡ интернет-магазиндарҙы рекламалау буйынса белгестәр һәм маркетологтарға ла берҙәй ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Семинар 17 ноябрҙә сәғәт 10.00-дә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында башлана.  

Ҡатнашыу бушлай, әммә алдан теркәлеү мотлаҡ.

www.simai.ru сайтында үҙ аллы йәки +7 (347) 246-85-00 телефонына шылтыратып теркәлергә мөмкин.