3 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2011 йыл, 16:28

Дөйөм эшһеҙлек кимәле Башҡортостанда 7,6 процентҡа тиклем кәмегән

автор: Галина Бахшиева

Росстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, дөйөм эшһеҙлек кимәле Башҡортостанда уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы 9 процентҡа ҡаршы 7,6 процентты тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта 1 ноябргә ҡарата теркәлгән эшһеҙлек кимәле республикала 1,4 процентҡа тиң.

— Дөйөм, шулай уҡ теркәлгән эшһеҙлек кимәле, көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә етмәһә лә, тотороҡло булып ҡала һәм күҙалланған күрһәткестәрҙән үтмәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Комсомольская правда» гәзите редакцияһына үткән матбуғат конференцияһында БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккинин.

Әүәлгесә төбәктәге иң юғары эшһеҙлек кимәле Ағиҙелгә тура килә – 6,4 процент, иң түбәне – Баҡалы районында – 0,74 процент. Республиканың 32 район һәм ҡалаһында эшһеҙлек кимәле әлеге мәлдә республика буйынса уртаса күрһәткестән артмай.

темалар: хеҙмәт баҙары