8 декабрь, Кесе йома

10 ноябрь 2011 йыл, 16:01

Өфөлә буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре дин әһеле менән аралашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары менән осрашты. Осрашыуҙа был юғары уҡыу йортоноң уҡытыусылары һәм 400-ҙән ашыу уҡыусыһы ҡатнашты.

Айнур Арыҫланов курсанттарға ислам дине нигеҙҙәре, диндең традицион һәм традицион булмаған ағымдары, Башҡортостандың конфессиональ үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Студенттар уны ҙур иғтибарлыҡ менән тыңланы, аҙаҡтан үҙ һорауҙарын биреп, уларға тулы яуап алды.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә мосолман вәкиле менән бындай аралашыу оҡшаған, ә ҡайһы берәүҙәре дине төптәнерәк өйрәнергә лә теләк белдергән.

темалар: дин