Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республикалағы һәр өсөнсө эшһеҙ – ауыл кешеһе

Иҡтисад

Республикала эшһеҙҙәрҙең 60 проценттан ашыуы – ҡатын-ҡыҙҙар. Эшләмәгән граждандар структураһында йәштәр өлөшө 25 процентты, йәғни мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торғандарҙың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Шул уҡ мәлдә һәр өсөнсө эшһеҙ бөгөн ауыл ерендә йәшәй.

Журналистар менән осрашыуҙа БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккининдың хәбәр итеүенсә, рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны Башҡортостанда йыл башынан алып өстән бер өлөшкә тиерлек кәмегән һәм әлеге ваҡытта ул 28 мең кешене тәшкил итә.

— Һуңғы йылдарҙа эшһеҙ граждандарҙың белем кимәле ярайһы ныҡ үҫте. Эшһеҙҙәрҙең яртыһы бөгөн юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә. Эштән бушатылыу сәбәптәре араһында үҙ теләге менән эштән китеү өҫтөнлөк итә (45 процент). Шул уҡ ваҡытта предприятиелары ябылыуы, йәки хеҙмәткәрҙәр штаты ҡыҫҡартылыуы арҡаһында эшһеҙ ҡалғандар өлөшө әле 27 процентҡа тиң, — тине Тимерхан Биккинин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть