7 декабрь, Шаршамбы

10 ноябрь 2011 йыл, 15:30

Өфөлә 2021 йылда Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындары үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

10 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре комитеты идараһы ағзалары – Европа йөҙөү лигаһы вице-президенты, Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы бюроһы ағзаһы Геннадий Алешин һәм Рәсәй Дзюдо федерацияһы вице-президенты Александр Беспутин, шулай уҡ Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре комитетының спорт буйынса директоры Евгений Селиванов, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин менән осрашты.

Осрашыуҙа Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре комитеты менән Рәсәй Федерацияһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының илдә был спорт төрҙәрен популярлаштырыу өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеүе тикшерелде.

2021 йылда Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындарын Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үткәреү осрашыуҙың төп темаһы булды. Был юҫыҡта эш башланған да инде.

2012 йылда Өфөлә милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса Рәсәй чемпионаты үткәреләсәк. Программа нигеҙҙә Халыҡ-ара уйындар форматына индерелгән спорт төрҙәренән торасаҡ. Был 30-ға яҡын традицион булмаған спорт төрө.