Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет ойошторолдо

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

Совет коллегиаль кәңәшмә органы булып тора һәм йәмәғәт башланғыстарында эшләй. Ул Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү һәм уға ярҙам итеү, дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, йәмәғәт берекмәләре һәм хәйриә ойошмаларының үҙ-ара эш итеүен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ойошторолған.

Хәйриә акцияларын координациялау һәм уларҙы үткәреүгә булышлыҡ итеү, хәйриә эшмәкәрлегенә ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән норматив-хоҡуҡи акттарҙы әҙерләүҙә ҡатнашыу, хәйриә ойошмаларына мәғлүмәти-методик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү Советтың төп бурыстарына инә.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Совет рәйесе булып тора, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть