4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2011 йыл, 14:03

Ғафури районында Әбйәлил ишандың юбилейы билдәләнде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында арҙаҡлы ауылдаштарының, мәғрифәтсе, дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре Әбйәлил ишандың (Ғәбделйәлил Ҡанһөйәр улы Ҡылысарсланов, 1766 — 1831) 245 йыллығы билдәләнде. Тантаналы саралар Ҡорбан ғәйете сиктәрендә үтте.

Күренекле мосолман мәғрифәтсеһенең юбилейы айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция үткәрелде, унан һуң ишандың зыяратына ҡәбер ташы ҡуйылды һәм аҡһаҡал рухына бағышлап аяттар уҡылды.

Тантаналарҙа яҙыусы Лира Яҡшыбаева, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы проректоры Азат Фәйзуллин, мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратынан, Өфө һәм Красноусол мәсеттәренән вәкилдәр ҡатнашты.

темалар: хәтер, дин