Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың йәш гвардиясыһы Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙар конкурсы призеры булды

Йәмғиәт

Башҡортостандың йәш гвардиясыһы Владимир Якушин Саранскиҙа үткән «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары-2011» Бөтә Рәсәй конкурсының округ этабында икенсе урын алды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

Владимир Якушин Бәләбәй ҡалаһында йәшәй һәм «СтройЭнергоМонтажСервис» уҡыу үҙәге филиалына етәкселек итә. Үҙенең төп эшен ул әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән бергә алып бара — бер үк ваҡытта «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе сәйәси советы ағзаһы, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» төбәк бүлексәһе штабы начальнигы һәм Бәләбәй районының «Йәш һайлаусылар клубы» президенты булып тора.

Был йәш эшҡыуарҙың тәүге ҡаҙанышы түгел. Бынан алда ул конкурстың рспублика этабында «Социаль яуаплы бизнес» номинацияһында еңеү яулап, федераль кимәлдә лайыҡлы сығыш яһарға һәләтле булыуын раҫланы.

— Бәләбәй районы йәштәренең был конкурста уңышлы сығыш яһауы йолаға әүерелеп бара, — тип аңлатма бирә Полина Вишневская. – 2010 йылда конкурстың республика этабында урындағы «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» бүлексәһе штабы начальнигы, «Калейдоскоп» медиахолдингының генераль директоры Василий Петров еңгәйне – ул «Социаль яуаплы бизнес» номинацияһында беренсе урын алды. Бәләбәй районының йәш эшҡыуарҙары ғына түгел, башҡа йәш гвардиясылары ла әүҙемлеге менән айырылып тора. Улар илдә һәм республикала тормошҡа ашырылған «Изге эштәр эшләйбеҙ», «Балаларҙы мәктәпкә әҙерләйек», «Алкоголһеҙ Рәсәй», «Тартыуыңды ташла», «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы», «Хәтеребеҙҙә» кеүек социаль программаларҙа ҡатнаша, үҙҙәренең акцияларын үткәрә, күләме мәҙәни һәм спорт сараларын үткәргәндә ярҙам итә. «Йәш гвардия»ны гражданлыҡ позицияһы булған йәштәрҙе берләштереүсе райондағы иң әүҙем һәм һәр башланғысҡа ҡушылырға әҙер ойошма тип атарға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть