3 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2011 йыл, 13:33

Башҡортостанда «Мисс Йәш Гвардия 2011» һайланасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Мисс Йәш Гвардия 2011» матурлыҡ конкурсы финалы Өфөлә үтәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

Был юлы почетлы исем өсөн 12 ҡыҙ көс һынашасаҡ. Улар барыһы ла октябрҙә уҙғарылған кастингты уңышлы үткән. Финалға әҙерлек барышында ҡыҙҙар тәмәке тартыуға ҡаршы акция кеүек күп социаль саралар үткәргән. Был эштәре шулай уҡ жюри ағзалары һәм тамашасылар менән баһаланасаҡ.

Финал 12 ноябрҙә «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә үтәсәк. Еңеүсе проекттың генераль партнерынан туристик путевка менән бүләкләнәсәк. Бер юлы интернетта ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү һөҙөмтәләре лә билдәләнәсәк. Иң күп тауыш йыйыусы ҡыҙға Android-планшет тапшырыласаҡ.

«Мисс Йәш Гвардия» конкурсы республиканың йәш гвардиясылары башланғысы менән Башҡортостанда икенсегә үткәрелә. Тәүге тапҡыр ул былтыр уҙғарылған. Ул ваҡытта ҡатнашыусыларҙы юғары уҡыу йорттары тәҡдим итһә, быйыл ҡыҙҙар кастинг ярҙамында һайланған.